Инжил башҡорт телендә icon

Инжил башҡорт телендә

1.0.12

Инжил башҡорт телендә - Новый Завет на башкирском языке

Имя Инжил башҡорт телендә
Версия 1.0.12
Обновить 25 апр. 2025 г.
Размер 10 MB
Категория Книги и справочники
Количество установок 1тыс.+
Разработчик ИПБ
Android OS Android 5.0+
Google Play ID org.ibt.bashkir.sab
Инжил башҡорт телендә · Снимки экрана

Инжил башҡорт телендә · Описание

Инжил башҡорт телендә
Новый Завет в переводе на башкирский язык

Һин ҡулыңа алған был китап – Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә тәржемәһе. Яңы Ғәһедтән һәм Иҫке Ғәһедтән торған Изге Яҙма, йәғни Библия ер йөҙөндәге иң уҡымлы китаптарҙың береһе.
Яңы Ғәһедтең төп эстәлеге – Ғайса Мәсих тураһында бәйән ителгән Һөйөнөслө Хәбәр. Грек телендәге «һөйөнөслө хәбәр» – «эуангелион» беҙгә ғәрәп теле аша «Инжил» формаһында килеп еткән. Шуға күрә Яңы Ғәһедте йыш ҡына Инжил, йәғни Һөйөнөслө Хәбәр тип йөрөтәләр.
Инжил үҙ эсенә 27 әҫәрҙе: дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын, «Илселәрҙең ғәмәлдәре»н, Ғайса Мәсихтең юлынан барыусы шәкерттәрҙең 21 хатын һәм «Асылыш» китабын алған.
Инжилдең тәүге дүрт китабында Ғайса Мәсихтең шәкерттәре Матфей, Марк, Лука һәм Яхъя Ғайсаның ерҙәге тормошо, башҡарған хеҙмәте, өйрәтеүҙәре һәм күрһәткән мөғжизәләре, Үҙен ҡорбан итеп, кешелекте ҡотҡарыу өсөн үлеүе һәм үлгәндән һуң терелеп тороуын бәйән итә.
«Илселәр ҙеңғәмәлдәре» китабында иһә кешеләрҙең Ғайса Мәсихкә булғанышаныстарының ни рәүешле бөтә донъяға тарала башлауы тәфсирләнә. Ул илсе итеп ебәргән шәкерттәр, һис ниндәй ауырлыҡтарға, хәүеф‑хәтәргә ҡарамайынса, Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып йөрөгәндәр. Был китап шулай уҡ христианлыҡтың тәүге йылдарын күҙ алдына баҫтырыуы менән дә тарихи ҡиммәткә эйә.
Павел, Петр, Яхъя һәм башҡа илселәрҙең 21 хат‑хәбәре лә китапта ҙур урын биләй. Һәр хат имандаштар берҙәмлектәренә йә тәғәйен кешеләргә төбәп яҙылған һәм һәр береһендә мәсихселәрҙең тормошо һүрәтләнә, уларҙың тотҡан имандары тураһында һөйләнелә, Алла хаҡында өйрәтелә, шулай уҡ кәңәштәр һәм нәсихәттәр бирелә.

Инжил башҡорт телендә 1.0.12 · Скачать Бесплатно

4,1/5 (12+ Отзывы)

предыдущие версии

Все версии